Өфө фән һәм технологиялар университетында яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Миҙхәт Ғәйнуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы.
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ,»Почёт Билдәһе», 3-сө дәрәжә Дан ордендары кавалеры, Бөйөк Ватан һуғышын разведчик булып үткән ил уҙаманы Миҙхәт Ғәйнуллиндың тыуыуына - 100 йыл. Ул- башҡорт әҙәбиәте ғилемен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғалим. Юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәр өсөн башҡорт әҙәбиәте дәреслектәре автор-төҙөүселәренең береһе. 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. «Ысынбарлыҡ. Конфликт. Характер», «Башҡорт драматургияһының үҫеш юлдары» тип аталған монографиялары, публицистика жанрындағы хеҙмәттәре менән билдәле. 1961-2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1989 йылға тиклем - уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1992 йылға тиклем - журналистика кафедраһы мөдире була.



