Иҫтәлекле датаны район гәзите рус, башҡорт һәм татар телдәрендә нәшер ителгән абруйлы баҫма булып ҡаршылай. Гәзит журналистары уҡыусыларҙы район тормошона арналған бай йөкмәткеле мәҡәләләр менән ҡыуандыра. Баҫманың үҙенең интернет сайты һәм социаль селтәрҙәрҙә сәхифәләре бар. Ваҡытында «Ашҡаҙар таңдары» гәзите «Алға» һәм «Еңеүгә» тигән исемдәр менән дә сыҡҡан. Ваҡыт һынауҙарын уңышлы үткән баҫма әле лә ошо девиздарға тоғро ҡала.



