Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. “Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткәндә фельдшер-акушер пункттарына барам. Ауыл халҡын медицина ярҙамы күрһәтеү үтә лә мөһим. Был өлкәлә күп эштәр башҡарыла. Республикала 500-гә яҡын фельдшр-акушер пункты, 10-ға яҡын участка дауаханаһы һәм амбулатория яңырттыҡ. Беҙҙә “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” федераль программалары бар. Ул табиптарҙы ауыл дауаханаларына эшкә ҡайтыуға дәртләндерә. Шулай уҡ фельдшер-акушер пункттарына иҫәпләнгән “Ауыл фельдшеры” программаһын тормошҡа ашырабыҙ. Быйыл 33 белгес 500 мең һум аҡсалата ярҙам ала”, тип яҙған Радий Хәбиров. 

Фото №1 - Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ