Урман хайуандарының береһе Дим юлында, икенсеһе аэропорт тирәһендә машина аҫтында ҡалған. Улар һәләк булған. Кейектәр тураһында Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына хәбәр ителгән.Былтыр Башҡортостан юлдарында 100-гә яҡын ҡырағай хайуан тапалған. Уларҙың күбеһе мышылар, ҡоралайҙар һәм ҡабан сусҡалары. “Водителдәргә айырыуса киске һөм төнгө ваҡытта иғтибарлы йөрөргә кәңәш итәбеҙ”, - ти автоэксперт Хәлим Әйүпов.




