Еңел атлетика манежы менән спорт комплексы һәм олимпия резервы училищеһы, Боксты үҫтереү үҙеге һәм Теннис академияһын проектлау эштәре бара. Башҡортостанда 1 мең 41 спорт төрө ҡулланыла. 2 миллион 300-ҙән ашыу кеше физкультура менән шөғөлләнә. Премьер-министр Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында белдереүенсә, республика спорт ҡоролмалары төҙөлөшө темптары һәм уларҙың һаны буйынса илдә лидерҙар иҫәбендә.




