Өфөлә май байрамдарында хәүефһеҙлек мәсьәләләре тикшерелде

Башҡортостан башлығы төбәк террорға ҡаршы комиссия һәм оператив штаб ултырышын уҙғарҙы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, айырыуса Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған байрам саралары күләмле буласаҡ.

Төбәк етәксеһе кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа хәлде етди контролгә алырға саҡырҙы. Уның белдереүенсә, республиканың барлыҡ мөйөштәрендә лә көстәр һәм саралар әҙерлек һыҙығында торорға тейеш.

Кәңәшмәлә шулай уҡ транспорт инфраструктураһы объекттарын һаҡлауҙы көсәйтеү буйынса саралар ҙа ҡаралды. Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса май байрамдары осоронда ведомство-ара эш итеү тәртибе, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары, оператив һәм авария хеҙмәттәренең төп эш йүнәлештәре билдәләнде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ