Рамаҙан айында -изге эштәр. Баймаҡ ҡалаһының «Нәсихәт» мәсетендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләренә ифтар мәжлесе уҙҙы, егеттәрҙең рухына аяттар бағышланды. Тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһы яҙерләгән яҙмала.
Баймаҡ ҡалаһының «Нәсихәт» мәсетендә «Һаҡлаусы фәрештә» ирекмәндәр ойошмаһы менән «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды Баймаҡ филиалы хеҙмәткәрҙәре улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡанһәм батырҙарса һәләк булған ир‐егеттәрҙеңғаилә ағзаларына ифтар мәжлесе үткәрҙе. Уның төп маҡсаты - яугирҙәрҙең яҡындары менән аралашыу, уй-кисерештәре менән уртаҡлашыу.
Әлеге мәлдә алғы һыҙыҡта булған «Маджахет» ҡушаматлы яугир был ифтар ашына ҡорбан салдырып үҙ өлөшөн индерҙе. Махсус хәрби операциялаһәләк булған дуҫтарына аят бағышлатты.
Ифтарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрең тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, илебеҙгә тыныслыҡ, бәрәкәт теләп, һәләк булған яугирҙар рухына аяттар уҡылды, хәйер-саҙаҡа таратылды.



