Камил Йыһаншин 75 йәшлек юбилейын билдәләй


Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рәсәй Президенты премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Камил Йыһаншин 75 йәшлек юбилейын билдәләй.

Буласаҡ яҙыусының бала сағы, йәшлеге Алыҫ Көнсығышта Хабаровск һәм Приморье крайының төпкөл хәрби ҡаласыҡтарында үтә. Сәйәхәт итергә яратыуы бала сағынан. Үҫмер ваҡытында йәйге каникулдарҙа бер туған ағаһының геологик партияларына эшсе булып урынлаша.Студент каникулдарында дуҫы Юрий Сотников менән йыш ҡына юғары ҡатмарлылыҡ категорияһындағы походтарға йөрөй. Камил Йыһаншинды тәбиғәт күренештәре, сәйәхәттәрбарышында булған экстремаль хәл-ваҡиғалар сыныҡтыра. Ул ҡырағай йәнлектәр менәносрашыуын, походтарҙағы мажараларҙы көндәлегенә теркәй барған.

Камил Фәруҡша улы Йыһаншин Башҡортостандың рус телендә ижад иткән яҙыусыһы. Ҡәләм оҫтаһы фиҙәҡәр хеҙмәтеһәм илһөйәрлеге менән бөтә ил күләмендә билдәлелек яулай. Яҙыусылыҡтан тыш Камил Йыһаншин Рәсәй Президенты ҡарамағындағы рус теленә һәм Рәсәй федерацияһы халыҡтары телдәренә ярҙам итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса совет ағзаһы, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенең Почетлы рәйесе. Ҡәләмоҫтаһы боронғо йолаларҙы үтәүселәр хаҡындағы циклдың дүртенсе китабын яҙырға тотонған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ