Өфө хоккейсылары плей-офф серияһының беренсе уйынында «Себер» клубын тар-мар итте


AY YOLA төркөмөнөң шау-шыу тыуҙырған «Һомай» йыры юлаевсыларға еңеү килтерҙе. Өфө хоккейсылары плей-офф серияһының беренсе уйынында «Себер» клубын тар-мар итте. Дәғүәселәр осрашыуҙың тәүге яртыһында ғына ҡаршылыҡ күрһәтте. Ҡалған өлөш тулыһынса «Салауат Юлаев» өҫтөнлөгө менән үтте. Яҡташтарыбыҙҙың Гагарин кубогына тәүге аҙымын БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов күҙәтте.

AY YOLA музыкаль этнотөркөмө көндән-көн популярлыҡ яулауын дауам итә. Улар башҡарыуында «Һомай» йыры Рәсәйҙең ТОП-10 тректарына инә, Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда, Әзербайжанда беренсе позицияларҙа урынлаша, Төркиәлә лә ҙур абруй ҡаҙана. Тап шуның өсөн башҡорт төркөмө Өфөләге плей-офф серияһын асыуҙа ҡатнашты. Әлбиттә, был бер ҙә осраҡлы түгел, сөнки спорт үҙе музыка. Бындай йырҙар еңеүгә илһамландыра, стадионға килеүсе һәр кемдең байрам кәйефен тағы ла күтәрә.

Этнотөркөмдең сығышы хоккейсыларҙың кәйефендә лә сағылыш тапмай ҡалманы. Тәүге минуттарҙан уҡ командалар матур уйын күрһәтте. Шуға ҡарамаҫтан көйәрмәндәр бер гол ғына күрә алды. Алексей Василевский һуҡҡан шайбаны ҡунаҡтарҙың ҡапҡа һаҡсыһы тота алмай ҡалды.

Икенсе осорҙа Артем Горшков уңышҡа иреште. Был голдан һуң ҡунаҡтарҙы алмаштырғандар кеүек тойолдо. Улар бер-бер артлы штраф эскәмйәһенә ултырҙы. Бындай мөмкинлек менән юлаевсылар оҫта файҙаланды. Тәүҙә Александр Хмелевский, һуңынан Шелдон Ремпал өсөнсө һәм дүртенсе шайбаларҙы индерҙе. Дәғүәселәрҙе дөмбәҫләү өсөнсө осорҙа ла дауам итте. Нэйтан Тоддтың голынан һуң «Өфө-Арена» ла «Чайф» төркөмөнөң легендар хиты яңғыраны.

Осрашыуға Александр Хмелевский менән Артем Нәбиевтың шайбалары нөктә ҡуйҙы. Уйын юлаевсылар файҙаһына 7-0 иҫәбе менән тамамланды.Шулай итеп яҡташтарыбыҙ 15 йыл элек яулаған ҡаҙанышын ҡабатланы, тарихта икенсе тапҡыр плей-оффта ете шайба айырмаһы менән дәғүәсеһен еңде.

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ