Һауымды арттырыу һәм малсылыҡ тармағын белгестәр менән тәьмин итеү мәктәбе. Мәләүез районында республиканың иң ҙур ауыл хужалығы предприятиеларының береһе «Ашҡаҙар» уңышлы эшләй. Етештереү ҡеүәтен арттырыуға ғына унда ете йөҙ илле миллион һумдан ашыу инвестиция һалынған. Хужалыҡ үҫемлекселек менән дә етди шөғөлләнә. Етештерелгән иген һәм һөт эске баҙарҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана. Агрохолдингтың бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гузәл Борханова яҙмаһында.
Азамат Асҡаров һәм уның хеҙмәттәштәре атай-олатайҙарының төшөнә лә инмәгән заманса техника менән идара итә. Хеҙмәт етештереүсәенлеге лә юғары.
Механизаторҙың кабинаһы панелдәр,борт компьютерҙары һәм кондиционер менән йыһазландырылған. Сәсеүгә төшөр алдынан аграрийҙар техниканың двигателенән алып тәгәрмәстәргә тиклем һәр деталде ныҡлы тикшерә.
РСМ-2400 тракторы Ростовта йыйылған, тракторға тағылған «Амазон» сәсеү агрегатының киңлеге 9 метр. Уның ярҙамында сменаһына 80-100 гектарға тиклем майҙанда иген сәсергә мөмкин ти белгестәр.
Ә был келәттә Даниловка иген эшкәртеү комплексы хеҙмәткәрҙәре. Улар бойҙай орлоҡтарын махсус машина ярҙамында ҡоротҡостарға ҡаршы фунгицид-инсектид препараттар менән ағыулай. Һуңынан эшкәртелгән бойҙай бер тонна һыйҙырышлы тоҡтарға ҡойола.Тиҙҙән эшкәртелгән игендең бөртөгө лә әрәм ителмәй сәсеү компанияһында ҡулланыласаҡ. Хужалыҡта 20 мең гектар майҙанда бойҙай, арпа, көнбағыш һәм кукуруз үҫтерелә.
Үҫемселек тармағы алға киткәс, иген киптереү ҡоролмаһын модернизациялау һәм орлоҡ комплексын төҙөү ҙә көнүҙәк. Баш агроном әйтеүенсә продукцияның сифаты европа стандартына тап киләсәк.
Хужалыҡ малсылыҡ тармағы ла йылдам үҫешә.Өс фермала алты мең баштан ашыу эре мөгөҙлө мал аҫрала . Уларҙың мең ике йөҙө һауын һыйырҙары.
Агрохолдинг йылдан-йыл һөҙөмтәле эшләй. Былтыр хужалыҡты үҫтереүгә 750 миллион һумлыҡ инвестиция йүнәлтелгән. Ә был бинала Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙән малсылыҡта эшләгән белгестәр һөнәри оҫталығын камиллаштырасаҡ.
Агрохолдинг етәкселеге ауыл үҫеше, юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләләренә лә етди иғтибар итә. Тырыш хеҙмәткәрҙәр матди яҡтан дәртләндерелә. Коллектив бер төптән алғы һыҙыҡтағыларға ла ихлас ярҙам итә.
Республика Башлығы Радий Хәбиров та предприятиеның үҫешен юғары баһаланы.
Фермерҙар быйыл ун мең баш һыйыр малына иҫәпләнгән һуйыу цехын да асырға ниәтләй.Бынан тыш «Хәләл»стандарттары буйынса һыйыр итен ғәрәп илдәренә тәҡдим итеп, тауар әйләнеше географияһын киңәйтеү күҙаллана..
Гүзәл Борханова



