Бөгөн Өфө ҡалаһының Сергей Зорин исемендәге 129-сы мәктәбендә Сергей Зорин исемендәге башҡорт батальоны танкистары менән осрашыу уҙҙы. «Каддафи» һәм «Ҡараҡом» ҡушаматлы яугирҙар үҙҙәренең хәрби хеҙмәт юлы тураһында һөйләне, мәктәп музейына экспонаттар ҡалдырҙы. Йылы осрашыуҙа БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ла булды.
Сергей Зорин исемендәге мәктәптә класс сәғәте урынына класс осрашыуы. Белем усағына Башҡортостан полкының Сергей Зорин исемендәге башҡорт танк батальонында хеҙмәт иткән «Каддафи» һәм «Ҡараҡом» ҡушаматлы яугирҙар килде. «Каддафи» махсус хәрби операцияға тиклем хоҡуҡ һаҡлау органдары, «Ҡараҡом» Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хеҙмәткәре булған. Икеһе лә хәрби сафҡа үҙе теләп баҫҡан.
Быйыл Сергей Зорин исемендәге мәктәп уҡыусылары ошо исемдәге батальон хәрбиҙәрен Ватанды һаҡлаусылар байрамы менән ҡотлап хаттар һәм теләктәр яҙылған бетеүҙәр ебәргән. «Каддафи» чебурашка формаһындағы уйынсыҡты ебәргән уҡыусыға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Уҡыусылар ҡунаҡтарға һорауҙар бирҙе. Мәҫәлән, улар ни өсөн хәрбиҙәрҙең үҙ исем фамилияһы менән түгел, ҡушамат менән йөрөүҙәрен, ҡушаматты нисек һайлауҙары менән ҡыҙыҡһынды. Яугирҙар бының хәүефһеҙлек маҡсатында эшләнеүен аңлатты. Хәрбиҙәр мәктәп музейына зенит ракетаһы ярсығы, гильзалар, шеврон һәм башҡа экспонаттар тапшырҙы.
Яугирҙарҙың икеһе лә Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән. Шулай уҡ уларҙың күкрәген Луганскийҙы азат итеүҙә ҡатнашҡандары өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм башҡа наградалар биҙәй.
«Алыҫта сит ерҙә урман эсендә йәшәгәндә яҡындарыңды тағы ла нығыраҡ ярата башлайһың, уларҙың ни тиклем ҡәҙерле булыуҙарын аңлайһың. Тормошҡа ла икенсе төрлө ҡараш формалаша, иртән иҫән-һау уянһаң, һин - бәхетле». Сәхнәлә бәһлеүәндәй баҫып торған хәрбиҙәр үҙҙәренең нескә тойғолары менән уртаҡлашты. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан танкистар апрель башында кире яу яланына юллана.
Рәмилә Исмәғилева



