Өфөлә немец теле буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһына йомғаҡ яһалды

Уҡыусыларҙың олимпиадаһы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтте. Башҡортостан немец теле буйынса олимпиаданы тәүге тапҡыр ҡабул итә. Һынау этабы ике турҙан тора: яҙма һәм телдән. Тәүге тур лексика-грамматика буйынса тесты, дөрөҫ итеп уҡыуҙы һәм яҙыуҙы үҙ эсенә ала.

Телдән турҙа уҡыусылар төркөмдәргә бүленеп жюри хөкөмөнә тарихи хәтерҙе һаҡлау темаһына дискуссия ла тәҡдим иткән. Бөтә Рәсәй олимпиадаһында илдең төрлө төбәктәренән 239 уҡыусы ҡатнашҡан. Улар - 9-сы, 10-сы, 11-се синыф балалары. Башҡортостан исеменән 7 уҡыусы сығыш яһаған, уларҙың өсәүһе призер исеменә лайыҡ булды. Ойоштороусылар әйтеүенәсә, олимпиада ҡатмарлы һынауҙарға ла, мәҙәни программаға ла бай булған. Сит төбәктәрҙән килгән уҡыусылар, жюри ағзалары, педагогтар өсөн Өфө буйынса бай йөкмәткеле экскурсиялар ойошторолған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ