Башҡортса йыр донъя киңлегендә танылыу яулай

«Әй йола» төркөмөнөң «Һомай» йыры чарттарға күтәрелеүен дауам итә. Хиттың популярлыҡ яулау сере нимәлә? Артистар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова осрашты.

Был көйҙө тәүге нотанан уҡ таныусылар хәҙер инде байтаҡ. Һәм улар бер үҙебеҙҙә генә түгел, сит мәмләкәттәрҙә лә . «Һомай» хитының музыкаһын диджей Руслан Шәйхетдинов ижад иткән. Бының өсөн уға думбырала уйнарға махсус өйрәнергә тура килгән. Уның киләһе маҡсаты - өзләүҙе үҙләштереү. «Рухландырған көйҙө яҙыуға мине тыуған тамырҙарым илһамландырҙы», - ти музыкант.


Күп йылдар Мәскәүҙә эшләнем. Өфөгә ҡайтып, Ағиҙел күпере аша үткән саҡта, күңелем һәр саҡ тыныслана. Тик бында ғына мин үҙемде өйҙә итеп тоям. Урал батыр, тыуған ерем тураһында музыка аша бөтә донъяға еткереү - минең өсөн ғорурлыҡ.

Руслан Шәйхетдинов, диджей, «Әй йола» төркөмөнөң музыкаль продюсеры

Ҡурай өсөн иһә төркөмдә музыкант Ринат Рамаҙанов яуаплы. Милли текстарҙы ла ул яҙа. «Һомай»ҙа тере инструменттар көйө ҡулланыла. Этно һәм электро синтезы күптәрҙең йөрәгенә үтеп инде. Ҡыҫҡа ваҡытта трио Рәсәй, төрки төбәктәрҙә һәм бөтә донъяла популярлыҡ яулап, чарттарҙың иң тәүге баҫҡысына менде.

Ә был төркөмдөң бер аҙнанан сығасаҡ яңы йыры. «Үгеҙ» тип исемләнгән композиция Урал батыр һәм үгеҙ алышын кәүҙәләндерә. Бәһлеүән менән мөгөҙлө хайуан бәрелеше көсөргәнеше милли ҡоралдар һәм өзләү аша бирелә. «Әй йола»ның яңы альбомына ингән бөтә 12 йыр ҙа башҡорт милли эпосы геройҙарына арналған. Йыр текстарына халыҡ ижады ынйыһының оригинал юлдары ла ингән.

Төркөм үҙ маҡсатына иреште: бер йыр милли аңға этәргәндәй булды. Интернет селтәрендә тренд: төрлө халыҡ вәкилдәре милли кейемдәрҙә видеолар төшөрә. Йырҙы башҡарыусы Әҙилә Шәйхетдинова әйтеүенсә лә, йыр рухы уның үҙенә лә ҡағылған.


Минең атайым - башҡорт, әсәйем - рус ҡыҙы. Ғаиләбеҙҙә башҡортса һөйләшкән кеше булмаһа ла, хәҙер туған телемдә йырлауға миңә бер нәмә лә ҡамасауламай. Ошо проектҡа тотонғас, күңелемдә башҡортлоҡ рухы уяна башлауын һиҙҙем. Башҡа йәштәрҙең дә үҙ милләте тураһында оялмай һөйләй башлауҙарына шатмын.

Әҙилә Шәйхетдинова, «Әй йола» төркөмө солисткаһы

«Урал батыр» альбомы тулыһынса йыл аҙағында донъя күрәсәк. Яҡын арала төркөмдө ҙур пландар - клип һәм гастролдәр көтә. Оҙаҡламай артистар Ҡаҙағстан, Әзербайжан, Үзбәкстан һәм Ҡырғыҙстан баш ҡалалары буйлап турға сығасаҡ.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ