Апрелдә Өфөлә Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы асылыр тип көтөлә. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яңы объект әҙерлеген тикшереү барышында белдерҙе. Ун ҡатлы хирургия корпусында йөрәк-ҡан тамырҙары менән бәйле сирҙәрҙе заманса ысул менән дауалау, пациенттарға сифатлы ярҙам күрһәтеү өсөн алдынғы технологик шарттар тыуҙырылған. Бынан тыш Өфө буйынса эш сәфәре барышында Радий Хәбиров шифаханала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн реабилитация бүлеге менән танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Яңы, яҡты, заманса һәм сифатлы. Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы пациенттар өсөн бөтә яҡлап уңайлы ойошторолған. 135 урынға иҫәпләнгән ун ҡатлы бина йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау һәм операциялар эшләү өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яңы объект әҙерлеген ҡараны.
Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы 2019 йылда төҙөлә башланы. Ҡеүәтле объектты сафҡа индереү өсөн республика бюджетынан 10 млрд һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Башҡортостанда кардиология үҙәгендә йыл һайын 14 меңдән ашыу пациент стационар һәм 90 меңдән ашыу кеше консультатив ярҙам ала. Бер йыл эсендә йөрәк һәм ҡан тамырҙарына 17 меңгә яҡын операция һәм тикшеренеүҙәр башҡарыла. Яңы корпус асылыу менән медицна ярҙамы тағы ла юғары кимәлгә күтәреләсәк.
Кардиология үҙәге күсмә модуль менән тьәмин ителгән. Апрелдә район-ҡалаларҙа «Сәләмәтлек поездары» сиктәрендә кардиомодуль пациенттарҙы тикшерергә һәм дауаларға юлға сығасаҡ.
Эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында булды. Уның беренсе корпусында махсус хәрби хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн реабилитация бүлеген ойоштороу күҙаллана.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шифахана корпусын төҙөкләндереү һорауҙарына туҡталды. Яугирҙарҙы реаблитациялауҙы ойоштороу өсөн бында пандустар ҡуйыу, лифттарҙы һәм ишектәрҙе киңәйтеү, медицина ҡоролмалары һатып алыу бурысы тора.
Реабилитация үтергә ҡайтҡан яугирҙар «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында май айынан дауалана башлаясаҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары бында медицина ярҙамы алып һаулығын нығыта ала.
Флорида Ким



