Архангел районы Аҙау ауылында оло һыу алдында ҡаушап ҡалмаған ун бер ир-уҙааманға Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты комитетының «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалдары һәм Хөкүмәттең рәхмәт хаттары тапшырылды. Ауыл халҡының ташҡындан һуңғы тормошо һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү мәшәҡәттәре хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
18 мартта Инйәрҙә боҙ тығындары арҡаһында һыу ҡапыл күтәрелеп торлаҡты һәм ҡаралтыларҙы һыу баҫыуын Аҙау халҡы ҡурҡыныс төш кеүек хәтерләй.
Бындай хәл алимыш йыл элек күҙәтелгән. Быйыл Аҙау ауылы көтмәгәндә һыу ҡамауында ҡалғас, тиҫтәләгән ир-егет берләшеп техникаһында халыҡты эвакувациялауға үҙ аллы тотонған. Медицина десанты бәләгә тарыған халыҡҡа ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторған.
«Аҙауҙар батыр һәм ҡаһарман халыҡ. Ир-егеттәр оло һыу килеүен күреп, үҙ автомобилдәрендә һәм тракторҙарында кешеләрҙе ҡотҡарырға тотона. Республикала татыу халыҡ йәшәүенә тағы ла бер инандыҡ. Бәлә булғанда, беҙ һәр ваҡыт бергә, - тип тәбрикләне ауылдаштарын, балаларҙы һәм өлкәндәрҙе ҡотҡарыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.
Тиҫтә йылдар дауамында тыныс шартарҙа көн иткән халыҡ ҙур ташҡынға әҙер булмай. Ғәҙәттән тыш хәлдә ир-егеттәр тәүәкәллек күрһәтә.Афзал Сөләймәнов та бер туған ике ағаһы менән бергәләп зил машинаһында халыҡты хәүефһеҙ урынға күсерешә. Башҡа тиҫтәләгән ауылдаштары кеүек уның да күкрәген «Фиҙаҡәрлек өсөн» миҙалы биҙәй.
Аҙау халҡы әкренләп ғәҙәти тормошҡа ҡайта. Йорт-ҡаралтыларын барлай, ихаталарҙы йыйыштыра.Ауылда ҡотҡарыусылар отряды эшләй. Биләмәләр боҙҙан, сүп-сарҙан таҙартыла баҙҙан һыу һурҙырыла, ҡоҙоҡтарҙы дезинфекциялау эштәре башҡарыла.
Ҡырҡ саҡрымда йәшәгән Көмәрле ауылы ир-уҙамандары ла Аҙауҙарға күперҙе төҙөкләндерергә ихлас ярҙам итә.
Оло һыуҙан зыян күргән халыҡ эсер һыу, аҙыҡ-түлек, йылы кейем менән тәьмин ителә. Динә Сөләймәнова республика етәкселегенә ауыр ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн ауылдаштары исеменән рәхмәтен белдерҙе.
Инйәр йылғаһындағы һыу торошо һәм ташҡын эҙемтәләрен бөтөрәү Башҡортостан Хөкүмәте һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының эшсе төркөмө иғтибар үҙәгендә. Һауанан да оло һыуға бәйле хәл даими мониторлана һәм котролдә тотола.
Аҙау ауылында Инйәр йылғаһы ярҙарынан сыҡҡандан һуң, Совет урамында йәшәүселәр һыу баҫыуҙан иң күп зыян күрҙе.. Әлеге ваҡытта йылғала һыу кимәле кәмегән, халыҡ төҙөкләндереү һәм санитар-таҙартыу эштәре менән мәшғүл. Матди зыян күреүселәргә Хөкүмәттән өҫтәмә ярҙам саралары ла буласаҡ.
Гүзәл Борханова



