Бөгөнгөһө республика кимәлендә үткәрелгән тәүге күләмле экология сараһы. Ата-әсәләр, балалар, дәүләт эшмәкәрҙәре, бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ҡулына эш ҡоралдары алып ихаталарға һәм йәмәғәт урындарын сүп-сарҙан таҙартыуға сыҡты. Ә иң әүҙемдәр өсөн бүләктәр ҙә әҙерләнгәйне.
Музыка оҙатыуында эш айырыуса дәртле бара. Йыр кәйефте көйләй, күңелде күтәрә. Баш ҡаланың Ленин районы халҡы ла акцияға дәррәү ҡушылды. Район хакимиәте башлығы менән бергә улар Мостай Кәрим скверын ҡарҙан таҙартты, сүп-сарҙы һеперҙе. Эш бөткәс, тамаҡ ялғарға ла ярай. Өмәселәр өсөн йылы аш һәм сәй ҙә әҙерләнгәйне.
Һауа торошонан өмәселәр, ысынлап та, уңды. Октябрь районында ла сүп-сар тултырылған тоҡ өйөмдәре бер сәғәттә тигәндәй өйөлдө. Сығарып ҡына өлгөр. Иң әүҙемдәргә бүләктәр - бассейн, динопарк, кинотеатрҙарға ҡағыҙҙар тапшырылды. Хатта бейеп алырға ла көс табыусылар ҙа булды.
Өмәгә олоһо ла , кесеһе лә сыҡҡан. Экологик саралар республиканың төрлө нөктәләрендә гөрләне. Сибайҙа, әйтәйек, өмәгә тотош ғаиләләре менән сығырға яратыусылар бар. Экологик ҡиммәттәргә һөйөүҙе бәләкәйҙән тәрбиәләү мөһим .
Урамдарҙы таҙартырға халыҡ ҡына түгел, коммуналь техника ла сыҡты. Республикала өмәләр 10 майға тиклем дауам итә. Шул уҡ ваҡытта «Йәшел Башҡортостан» акцияһы ла старт ала.
Рәзилә Ғилметдинова



