Стәрлетамаҡтың 1-се һанлы мәктәбе яңы һулыш кисерә


Тарихи мәктәптә -заманса шарттар. Стәрлетамаҡтың 1-се һанлы мәктәбе яңы һулыш кисерә. Мәғариф учреждениеһы төҙөкләндереү эштәренән һуң бөгөн ишектәрен асты. Белем усағы федераль программа буйынса яңыртылған. Ремонттан һуң мәктәптең тышҡы йөҙө генә түгел, йыһазландырыу кимәле лә үҙгәргән. Заманса шарттар менән бөгөн Дәүләт Думаһы депутаттары ла танышты. Төп яңылыҡтар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Дәрестең темаһы-ҡан тамырына инъекциялар. Өлкән класс уҡыусылары процедура кабинетының модулен төҙөй. Кабинетта буласаҡ табиптарға белем биреү өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡаралған. Белем усағында 2023 йылда Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә предуниверсарий асылған. Мәктәптең төп йүнәлеше лә тәбиғи фәндәр буйныса, ә капиталь ремонттан һуң бында заманса шарттар ҙа тыуҙырылған.

Уҡыусылар менән уҡытыусыларҙың шатлығын уртаҡлашырға Дүәлт думаһы депутатары ла килде. Рәсәй парламентарийҙары Башҡортостанда икенсе көн. Кисә мәғариф буйынса комитеты вәкилдәре Өфөлә урта һөнәри белем биреү системаһын яңыртыу буйынса кәңәшмә үткәрһә, бөгөн улар стәрлетамаҡта уҡытыу шарттары менән танышты.

Стәрлетамаҡтың 980 уҡыусыға иҫәпләнгән беренсе мәктәбенә капиталь төҙөкләндереү уҙған йылдың мартында башланған. Ремонт «Мәғарифтың мәктәп системаларын яңыртыу»федераль программаһы буйынса уҙғарылған.

Ремонт барышында мәктәптең тышыҡы йөҙө тулыһнса үҙгәргән, ҡыйыҡ яңыртылған, инженер селтәрҙәре алмаштырлған, электр сымдары, янғын сигнализацияһы һуҙылған. Шулай уҡ аш әҙерләү блогы һәм ашхана ремонтлаған. 1971 йылда төҙөлгән мәктәп күптән ремонтҡа мохтаж булған.

«Мәғарифтың мәктәп системаларын яңыртыу «федераль программаһы биналарҙы һәм коммуникацияларҙы яңыртыуҙы ғына түгел, ә яңы белем биреү киңлеген булдырыуҙы ла күҙ уңында тота. Бының өсөн яңы ҡорамалдар һатып алына һәм уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү буйынса эш алып барыла. Программа 2022 йылдан тормошҡа ашырыла. Ошо осорҙа Башҡортостан мәғариф учреждениеларны төҙөкләндереүгә федераль бюджеттан 8 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. Был суммаға 150-гә яҡын мәктәп яңыртылған

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ