Йыр менән Еңеүгә табан. Баш ҡалала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған хәйриә концерты уҙҙы. Тамашанан йыйылған аҡсалар яугирҙарға ярҙамға йүнәлтеләсәк.
«Беҙ бергә» тип исемләнгән концерт баш ҡаланың бер нисә ижади коллективын берләштерҙе. Бер сәхнәлә профессиональ артистар ҙа, һәүәҫкәр йырсылар ҙа сығыш яһаны. Бейеүселәр башлыса балалар ансамблдәре. Кескәй артистарҙың күпселегенең үҙҙәренең дә аталары махсус хәрби операцияла. Был инде киләсәк быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү алымы ла, ти ойоштороусылар.




