Башҡортостанда «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының социаль координаторҙары яугирҙарға ғына түгел, уларҙың туғандарына, ата-әсәләренә лә ярҙам итә.
Мәләүездә йәшәгән Сәриә Килмөхәмәтова ла был ярҙамды ала. Өлкән улы Радиктың тиңһеҙ яуҙарҙың береһендә ғүмере өҙөлө. Радик Килмөхәмәтов махсус операция зонаһына үҙ теләге менән юллана. Һуғыш тәжрибәһе булмаған йәштәрҙе яҡларға һәм ҡурсаларға теләй. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә Фирғәнә өлкәһендә Афғанстан сигендә Ватан алдында хәрби бурысын үтәй.Типһә тимер өҙөрҙәй батыр 2023 йылдың майында Бахмут янындағы алыштарҙа һәләк була. Үлгәндән һуң «Батырлыҡ» һәм «Генерал Шайморатов» ордендары менән бүләкләнә. Яугир әсәһе фонд координаторҙары һәм туғандары ярҙамы менән төшөнкөләккә бирелмәй, рухын һындырмай. Йәмәғәт тормошонда әүҙем ханым, скандинав таяҡтарҙа йөрөй, ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Һалдат һәм офицерҙарға гуманитар ярҙам күрһәтә.
Мәләүездәге социаль координаторҙары алтмыштан ашыу махсус хәрби операциянан яраланып ҡайтҡан яугирҙы үҙ ҡанатына алған. Уларға медицина хеҙмәте алыуҙа, психологик реабилитация үтеүҙә, протездар, электр коляскалары юллауҙа, йорттарын яраҡлаштырыуҙа ярҙам күрһәтелә.



