Башҡортостан башлығы тормош иптәше, «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова менән Шишмә районының Шөңгәккүл ауылында урынлашҡан «Именлек» республика геронтология үҙәгендә лә булды һәм социаль учреждениеларҙа йәшәүселәрҙе ураҙа ғәйете менән тәбрикләне. Эш сәфәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Үҙәк оло бер ғаилә һымаҡ, бында эш тә, аш та, ял да бергә. Социаль учреждениела ураҙа ғәйетен дә байрам өҫтәле әҙерләп, табын ҡороп ҡаршы алалар.
«Именлек» республика геронтология үҙәгенең Шишмә районы Шөңгәккүл ауылында урынлашҡан бүлексәһендә 27 кеше йәшәй. 21 ир-ат һәм 6 ҡатын-ҡыҙ. Күбеһе һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән категория. Шуға ҡарамаҫтан улар әүҙем тормош алып бара. Берәүҙәре ҡул эштәре, икенселәре ижад, өсөнсөләре спорт менән шөғөлләнә.
Шөңгәккүл ауылындағы пансионат 2000 йылдар башында асылған, 2019 йылдан ул «именлек» республика геротология үҙәге ҡарамағында. Бында йәшәүселәр социаль учреждениенан ҡәнәғәт. Хеҙмәткәрҙәр иғтибарлы, хәстәрлекле, бар ерҙә таҙалыҡ, тәртип. Әммә объектҡа ремонт талап ителә.
Башҡортостан башлығы өлкән йәштәгеләр йәшәгән палаталарҙы ҡараны, көнкүреш шарттары, туҡланыу менән ҡыҙыҡһынды. Социаль учреждениеға мохтаж кешеләр байтаҡ, беҙ уларға ярҙам итергә тейешбеҙ, тине Радий Фәрит улы.
«Именлек» Республика геронтология үҙәге 2019 йылда Өфөнөң оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн йорт-интернаты базаһында ойошторола. Быйыл Өфөлә ойошманың яңы корпусын асыу планлаштырыла, заманса объект «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ә Шишмә районының Шөңгәккүл ауылындағы учреждение Республика үҙәгенең бүлексәһе.
Рәмзиә Кәримова




