Радий Хәбиров Шишмә районына эш сәфәре барышында шулай уҡ 1968 йылда төҙөлгән белем усағында булды һәм педагогтар коллективы менән аралашты.
Мәктәптә Шөңгәккүлдән һәм эргә-тирәлге ауылдарҙан 283 бала уҡый, уҡыусыларҙы мәктәп автобусы йөрөтә. Ике йыл элек мәғариф учреждениеһында капиталь ремонт үткәрелә. Башҡортостан башлығы Шишмә районы хакимиәте менән бергә үҙәк урамды торошон да ҡарап сыҡты.
Радий Хәбиров муниципаль берәмек етәкселегенә юлды ремонтлау мөмкинлеген ҡарау өсөн тейешле смета әҙерләргә ҡушты. Республика етәксеһе артабан Хөсәйенбәк кәшәнәһендә булды. Шишмә районы имам-мөхтәсибе Зөфәр хәҙрәт Собханғолов әйтеүенсә, легендаға ярашлы, Хөсәйенбәк хәҙерге Башҡортостан территорияһында исламға нигеҙ һалыусы булған. Хөсәйенбәк ҡәбере өҫтөндәге мавзолей Тамерлан бойороғо буйынса төҙөлгән. Кәшәнә көмбәҙле квадрат ҡоролманан тора. Уны төҙөү өсөн материал булып эзбизташ киҫәктәре хеҙмәт итә. Башҡортостан Башлығы Хөсәйенбәктең кәшәнәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейының айырылғыһыҙ өлөшө буласаҡ, тип билдәләне.




