Салауат районында «Киләсәк медицинаһы» Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең өсөнсө предуниверсарийы асылды. Ул Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында булдырылған һәм Малаяҙ ауылы гимназияһында эшләйәсәк.
Предуниверсарий- ул профилле класс, унда юғары мәктәп уҡытыусылары ла дәрестәр алып барасаҡ. ВУЗ белем биреү программалары өлкәһендә эксперт сифатында сығыш яһай. Ә Малаяҙ район дауаханаһы уҡыусыларҙы табип һөнәре менән яҡынданыраҡ таныштырыу өсөн үҙ майҙансығын бирәсәк. Проект медицина йүнәлеше буйынса 7 кластан башлап уҡыусыларҙы сифатлы профилгә әҙерләүҙе тәьмин итергә тейеш. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған класс булдырыла, унда уҡыусылар лаборатория эштәрен башҡара, реактивтар һәм препараттар менән эшләй ала. Урындағы хакимиәттән билдәләүҙәренсә, был муниципалитетта асылған беренсе предуниверсарий түгел.



