Сираттағы ялдан һуң йәнә фронтҡа

Бер төркөм мобилизацияланған яугирҙар ике аҙналыҡ отпусктан һуң хеҙмәт итеү урындарына юлланды. Яҡташтарыбыҙ хәрби подразделение урынлашҡан ергә үк уңайлы автобустарҙа бара. Бындай тәжрибә Радий Хәбиров башланғысы менән тик Башҡортостанда ғына. Башҡа төбәк яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялға үҙ юлы менән ҡайта. Автобустар алып барғанда шәхси йөктө лә күберәк алырға мөмкин, ти яугирҙар. Улар үҙҙәре менән көнкүреш кәрәк-яраҡтары , полкташтарына күстәнәстәр тейәй ала. Запорожьела хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙы туғандары, республиканың хәрби комиссариаты вәкилдәре оҙатып ҡалды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ