Шаран районы эшҡыуарҙары бизнес-проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыуҙан тыш, махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау оҙатып та берҙәмлеген күрһәтә. Был турала Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко муниципалитетҡа эш сәфәре барышында билдәләне.
Граждандарҙы шәхси ҡабул иткәндә, ведомство етәксеһенә ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр һәм туризм менән шөғөлләнеүселәр үҙ мөрәжәғәттәрен еткерҙе. Әйтәйек, эшҡыуар Рәмил Мортазин Ялантау биләмәһендә эко-һуҡмаҡ төҙөү тәҡдимен индерҙе. Тарихи-мәҙәни әһәмиәттәге экскурсиялар ойоштороу планлаштырылған.



