Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарын ваҡытынан алда тапшырыу этабы дауам итә

21 март география һәм рус әҙәбиәтенән башланған этап 21 апрелдә тамамлана. Бөгөн сығарылыш класс уҡыусылары һәм колледж студенттары биология, физика һәм сит ил телдәренән имтихан тапшырҙы. Һөҙөмтәләр ике аҙнанан билдәле буласаҡ. Илдә 2307 кеше һынауҙы алдан үтеү теләген белдергән, уларҙың 13-ө - Башҡортостандан. Ваҡытынан алда имтихан тапшырыу тәртибе төп һынау ҡағиҙәләренән айырылмай.

Алда үҫмерҙәрҙе информатика, йәмғиәтте өйрәнеү, тарих һәм химия фәндәре буйынса һынау көтә. Өфөлә ваҡытынан алда имтихан үткәреү өсөн өс майҙан булдырылған, унда республиканың төрлө район-ҡалаларынан киләләр. Алдан һынау үтеү өсөн сәбәпте рәсми дәлилләр кәрәк. Өфөнән Резеда Гәрәева, әйтәйек, документтарын Ҡытай уҡыу йортона тапшырмаҡсы.

Бөгөн мин инглиз теленән имтихан бирәм. Бер нисә йыл әҙерләндем, шулай ҙа барыбер тулҡынланам, һөҙөмтә яҡшы булыр, тип ышанам. Ҡытай телен дә өйрәнеп, киләсәктә филолог йәки бизнесмен булырға теләйем.

Резеда Гәрәева, Өфөнөң 71-се мәктәбе уҡыусыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ