Еңеүҙең тере шаһиты: Шәриф Мөсәғитов 100 йәшен ҡаршылай

Бер юлы ике тантана. Ауырғазы районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәриф Мөсәғитов май айында бер-бер артлы ике байрам ҡаршылаясаҡ. 6 майҙа ул үҙенең 100 йәшен туйлаһа, ә 9 майҙа-Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйәсәк. Йәҙйәшәр аҡһаҡал заман менән бергә ҡайнап йәшәй, йәштәр менән осрашыуҙарға йөрөй, махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам итә. Артиллерия ғәскәрендә Белоруссияны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнашып, Берлинға тиклем барып еткән ҡаһарман хаҡында киләһе яҙмала.

Еңеүҙең 80 йыллығына арналған юбилей миҙалын Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, райондың Почетлы гражданы Шәриф Мөсәғитовҡа Ауырғазы районы хакимиәте башлығы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты тапшырҙы. Ут-һыуҙы кискән уҙаман үҙенә тәғәйен награданы хәрбиҙәрсә төҙ һәм тура баҫып, ғорурланып ҡабул итте.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Шәриф Мөсәғитовҡа 16 йәш була, ул колхозда комбайнер булып эшләй, 1943 йылдың февралендә Ҡыҙыл армия сафына алына.Башта Ырымбур өлкәһендә хәрби әҙерлек үтә, унда 135-се тоцк гаубица артиллерия полкы ойошторола, ә һуңынан фронтҡа юллана. Белоруссияны азат итеүҙә, «Багратион» операцияһында ҡатнаша, һуңыраҡ Польшаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Уға һәм яуҙаштарына ауыр һуғыш юлы үтергә тура килә, хәрби командование тапшырған документтарҙы һәм рәхмәт хаттарын ҡәҙерләп һаҡлай.

Шәриф Ғәҙи улы Еңеүҙе Берлин янында ҡаршылай. Яуҙаштарының ҡыуанасы, шатлыҡтан эркелгән күҙ йәштәре, автоматтан атылған пулялар һыҙғырыуы менән хәтерендә ҡалған ул бәхетле мәл.

Тыуған илгә һалдат 1949 йылда ғына ҡайта. Ауыл хужалығында һәм сауҙа өлкәһендә эшләй. Тормош иптәше Рәшиҙә Әхмәтвәли ҡыҙы менән бергә 51 йыл татыу ғүмер итеп 4 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Балаларын да ветеран үҙе кеүек илһөйәр итеп тәрбиәләй. Ейәне Руслан Курск өлкәһендә илебеҙҙҙе нацистарҙан һаҡлап яуҙа башын һала. Ейәне «Батырлыҡ орлены»менән вафатынан һуң бүләкләнгән. Ут-һыуҙы кискән уҙаман тиҙҙән 1945 йылдағы кеүек күптән көтөлгән Еңеү килеренә ышана.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ