Радий Хәбиров нефть һәм күмер тармаҡтарын үҫтереү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

Рәсәй, көнбайыш санкцияларына ҡарамаҫтан, донъя энергия баҙарында алдынғы позицияларҙы һаҡлап ҡала. Был хаҡта Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин нефть һәм күмер тармаҡтарын үҫтереү буйынса пландарҙы тикшергәндә белдерҙе. Стратегик сессияла Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Премьер-министр билдәләүенсә, көн тәртибендәге тармаҡтар Рәсәй иҡтисадының мөһим секторҙары, улар предприятиеларҙың тотороҡло эшләүе һәм граждандарҙың йәшәү сифатын тәьмин итеүҙә мөһим әһәмиәткә эйә. Бөгөн Рәсәй логистик маршруттарҙы әүҙем киңәйтә, тәү сиратта дуҫ дәүләттәр йүнәлешендә. Тейешле инфраструктура финанслана. Әммә иң мөһиме, үҙебеҙҙең ихтыяждарыбыҙҙы ышаныслы тәьмин итәбеҙ, тине Михаил Мишустин. Ул шулай уҡ быйыл «Атом энергетикаһы технологиялары» милли проекты ғәмәлгә ашырыла башлауын иҫкә төшөрҙө. Был компанияларға етештереү ҡеүәттәрен тиҙерәк яңыртырға мөмкинлек бирәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ