Башҡортостанда быйыл сәсеү кампанияһына 30 млрд һум аҡса бүленгән

Дөйөм алғанда республика буйынса 2,8 млн гектар майҙанда сәсеү эштәре күҙаллана. Миәкә районы Машина-трактор станцияһы аграрийҙары быйыл баҫыуға яңы техника сығара. Район эшсәндәре cәсеү эштәрен 5 апрелдән дә башларға ниәтләй. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Яңы миҙгелгә - яңы техникала. Миәкә районы Родниковка ауылында машина-трактор станцияһы аграрийҙары сәсеүгә төшөргә әҙер. Рәсәйҙә йыйылған сәсеү ҡоролмаһы менән улар тәүге тапҡыр файҙаланасаҡ. Хужалыҡта әле 48 берәмек техника төҙөкләндерелгән.

Баҫыу эшсәндәре өсөн ҡыҙыу осорға көндәр һанаулы ҡалған. Миәкә районы аграрийҙары йылдағыса ужым культураларын, иген, бойҙай, арпа, һоло, борсаҡ, гәрсис, көнбағыш, етен, шәкәр сөгөлдөрө сәсергә әҙерләнә. Баҫыу кампанияһы районда 5 апрелдән башланыр тип күҙаллана.

Республика баҫыуҙарында 2,8 миллион гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү эштәре көтөлә. Әле байтаҡ район баҫыуҙарында дым ҡаплау, тупраҡты эшкәртеү саралары бара һәм ошо көндәрҙә сәсеү кампанияһына барлыҡ хужалыҡтар ҙа дәррәү ҡушылыр тип көтөлә.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ