Яңы препарат картуфтың уңышын арттыра һәм вирус ауырыуҙарынан, сереүҙән һаҡлай. Проект Рәсәй фәнни фонды гранты иҫәбенә алып барыла. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге лабораторияһынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙма.
Яңы препарат әле лаборатория шарттарында һынау үтә. Центрифуга ярҙамында картуфтың рибонуклеин кислотаһы молекулалары анализлана.
Тикшеренеүҙәр «Яңы биопестицидтар һәм фитоиммунитет стимуляторҙары нигеҙе» проектының «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектына ярашлы үткәрелә.
Пестицид уның менән эшкәртелгән ауыл хужалығы культураһы фитотронда үҫтерелә. Биопрепарат вегетация ваҡытын тиҙәйтә, картуф ун- ун биш көнгә алдараҡ сәскә атҡан. Ҡоролоҡ шарттарында йә киреһенсә ямғырлы йәйҙә был биоперпаратты ҡулланыу уңышты һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ ғалимдар ашламаның аҡһым күләменә йоғонтоһон өйрәнә. Һынауҙар «Башҡорт» сортлы картуф өлгөһөндә алып барыла.
Проект командаһы Белоруссия ғалимдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Башҡорт ғалимдарының асышы Белоруссия аграрийҙарында ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Яңы төр пестицид тик тәбиғи матдәләрҙән яһалған, ғилми ҡаҙаныш тирә- яҡ мөхиткә зыян килтермәүе менән дә башҡаларҙан өҫтөнлөклө һанала.
Рәмилә Исмәғилева



