«Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусыларҙың проекттарын яҡлау этабы башланды

Бөгөн жюри ағзалары алдында «Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһы дәғүәселәре һынау тотто. «Айыҡ ауыл» республика конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған иң күләмле проекттарҙың береһе. Ул Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Конкурс быйыл алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Тәүҙә еңеүселәр муниципаль берәмек кимәлендә билдәләнә, артабан улар республика этабында тыуған яғының данын яҡлай. Быйыл финалға 5 тиҫтәнән ашыу ауыл сыҡҡан. Еңеүселәр кеше һанына ҡарап 4 номинацияла - бәләкәй, урта, ҙур, эре тораҡ пункттар араһында билдәләнә. Бөгөн «Бәләкәй тораҡ пункттар» вәкилдәре үҙ проекттаны яҡланы. Уларҙы төрлө министрлыҡ, ведомство вәкилдәренән тупланған абруйлы жюри баһаланы.

Ҡатнашыусылар үҙҙәренең ауылы, көнитмеше тураһында видеороликтар күрһәттте, халыҡты берләштереү, айыҡлыҡты пропагандалау буйынса алып барған эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы. Улар әйтеүенсә, конкурс кешеләрҙе ойошторған, һәр төбәктә лә ижади, спорт саралары уҙған. Һәр эшкә ауыл халҡы ла, эшҡыуарҙар ҙа, ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа әүҙем ҡушылған. Ә иң мөһиме йәштәрҙең битараф булмауы, мәҫәлән, Дәүләкән районы Иҫке Көрмәнкәй ауылынан проектты яҡларға ла йәш ғаиләләр күпләп килгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ