Өфөнөң Комсомол урамынан Урман техникумы урамына илткән юл участкаһы тәүгеләрҙән булып бөртөклө асфальт ҡулланып төҙөкләндерелә башланы. Быға тиклем юлдағы соҡорҙар ҡойолған асфальт технологияһы менән ямалһа, хәҙер заводта производство тергеҙелеү менән юғары тығыҙлыҡтағы сифатлы материалға күскәндәр. Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яуаплы ойошмалар тарафынан биләмәләге соҡорҙар һанлаштырылған, хәүефле участкалар, тәү сиратта ремонтлана.



