“Башҡортостан” полкы яугиры Виталий Трапезников шулай тип белдерҙе. Ул Балаҡатай районынан. 2023 йылда доброволец булараҡ алғы һыҙыҡҡа юллана. Махсус хәрби операцияла “Физик” ҡушаматын ала. Бөгөн ул Артилеррия дивизионының взвод командиры. Әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. “Башҡортостан беҙгә һәр саҡ ярҙам итә. Республика етәкселеге һәм халыҡтың хәстәрлеген тойоу беҙгә көс бирә”, - ти яугир.
Яҡташтарыбыҙ ҙа яугирҙар сафына баҫырға хоҡуҡлы. Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләгәндәр Ситуация үҙәгенә шылтырата ала. Элемтә телефоны: 122.




