Унда аутизм менән сирлеләр, уларҙың яҡындары ҡатнаша. Был өлкәлә эшләгән медицина белгестәре, педагогтар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыу, консультациялар ҡарала. Республика психиатрия дауаханаһына ҡараған менталь сәләмәтлек үҙәге психологы Зәлиә Хамматова һөйләй.
Фестиваль “Торатау” конгресс-холында сәғәт 11-ҙә башлана. Бөгөн бөтә донъя аутизм проблемаһы тураһында мәғлүмәт таратыу көнө.




