Тәлғәт Сәғитовтың яңы китабы донъя күрҙе

Өфөлә билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Тәлғәт Сәғитовтың яңы китабы менән таныштырҙылар. “Дуновения памяти” тигән йыйынтыҡтың исем туйы “Китап” магазинында үтте. Автор тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

Тәлғәт Сәғитовтың яңы китабы донъя күрҙе

Тәлғәт Сәғитовтың китабы үткән быуаттың арҙаҡлы шәхестәре, башҡорт зыялыларының хеҙмәте, ҙур илебеҙҙең мәҙәни һәм сәйәси тормошона арнала. Ул тәүҙә башҡортса донъя күрә. Авторҙың улы Азамат Сәғитов уны рус теленә тәржемә итә. “Китап беҙҙең йәмғиәттең сағылышы”, - ти хеҙмәт ветераны Миҙхәт Мәмбәтов.

Тәлғәт Сәғитовтың яңы китабы донъя күрҙе

“Тәлғәт Сәғитовтың китабыроман-эссе жанрында яҙылған. Йыйынтыҡ әҙәбиәтебеҙҙә яңы күренеш”, - тип иҫәпләй филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Ҡунафин.

Тәлғәт Сәғитовтың яңы китабы донъя күрҙе
Фото №1 - Тәлғәт Сәғитовтың яңы китабы  донъя  күрҙе
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ