Республика хөкүмәтендә һунарсылыҡ һөҙөмтәләре ҡаралды, яңы бурыстар билдәләнде. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, Башҡортостанда 32 төр хайуан һәм 56 төр ҡош бар. Был байлыҡты һаҡларға, һөҙөмтәле ҡулланырға кәрәк. 83 мең һунарсы теркәлгән. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов 1 ғинуарҙан һунар билеттары электрон рәүештә бирелә башлауы тураһында белдерҙе.




