Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙы төбәк етәксеһе Шайморатов миҙалы менән бүләкләне.
Бынан тыш Радий Хәбиров Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы баш табибы Морат Афзаловты бүләкләне. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы 2024 йылда сифат күрһәткестәре буйынcа Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды. Бай тарихлы медицина учреждениеһы Башҡортостандың иң ҙур дауаханаһы иҫәпләнә. Йылына бында 240 мең кеше мөрәжәғәт итә. Клиника табиптары Башҡортостан ауылдарына барып граждандарға медицина ярҙамы ла күрһәтә, тармаҡ белгестәрен әҙерләү йүнәлешендә күп яҡлы эш алып бара.




