Өфөлә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылды

Яңы көс туплап, йәнә хәрби позицияға. Өфөлә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылды. Тантаналы сара ғәҙәттәгесә, «Өфө Арена» алдындағы майҙанда үтте. Ике аҙналыҡ отпусктан һуң ир-егеттәрҙе оҙатырға ғаиләләре, дуҫтары, коллегалары ла килгәйне. Яҡташтарыбыҙҙың күбеһе хәрби хеҙмәттә ике йыл ярымдан ашыу. Араларында дәүләт наградаларына лайыҡ булыусылар ҙа байтаҡ , ике яугир «Рәсәй Геройы» исемен йөрөтә. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сығыш яһаны.

Башҡортостандан махсус хәрби операцияға оҙатыу 387-се тапҡыр үтте. Күпселек яугирҙар өсөн әлеге отпуск беренсе түгел. Улар яҡындары менән күрешеп, яҡшы кәйефтә юлға сыға. Хеҙмәт итеү урынына хәрбиҙәр уңайлы автобустарҙа барып етәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ