Район аграрийҙары орлоҡтарҙы ағыулай, баҫыуҙарға сығыу өсөн техника паркы яңы транспорт менән тулыланған. Бөртөклө культураларҙы сәсеүҙә 60 агрегат ҡатнашасаҡ, 32 сәсеү комплексы бар. Техник культуралар өсөн 51 агрегат, 4 сәсеү комплексы ҡаралған. «Урожай» ауыл хужалығы ойошмаһында йылдан-йыл техника яңыртыла, быйыл Беларусь һатып алынған. Яңы культуралар һынала. Мәҫәлән, яңы миҙгелдә 300 гектарҙа етен үҫтереләсәк.



