Тәлғәт Сәғитовтың «Хәтер ипкендәре» китабының рус телендә сығыуы уңайынан исем туйы үтте

Рәсәй журналистар союзы ағзаһы Тәлғәт Сәғитовтың «Хәтер ипкендәре» китабының рус телендә сығыуы уңайынан исем туйы үтте. Кисәгә авторҙың яҡындары, дуҫтары, китап яратыусылар, ҡәләм оҫталары һәм матбуғат вәкилдәре йыйылды. Тәлғәт Сәғитов 2022 йылда башҡорт телендә сыҡҡан китабы өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика хөкүмәт премияһы лауреаты булды. Эссе жанрындағы «Хәтер ипкендәре» хәтирәләр йыйынтығында ХХ быуаттың икенсе яртыһындағы йәмғиәт, республика тормошо һүрәтләнгән.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ