Баймаҡта «Башҡортомдоң халыҡ йырсыһы» бәйгеһе үтте

Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә мәшһүр йырсы Рамаҙан Йәнбәков исемендәге башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында «Башҡортомдоң халыҡ йырсыһы» асыҡ район бәйгеһе үтте. Конкурс район халҡының мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлау, башҡорт йыр ижадын пропагандалау һәм үҫтереү маҡсатында уҙғарылды.

Данлыҡлы яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында даими рәүештә төрлө конкурстар ойошторолоп тора. Шуларҙың береһе БАССР‐ҙың халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәковтың яҡты иҫтәлегенә арналды. «Башҡортомдоң халыҡ йырсыһы» исемле йыр‐моң һөйөүселәр бәйгеһендә 24 конкурсант ҡатнашты. Улар араһында профессиональ һәм үҙешмәкәр йырсылар ҙа булды.

Рамаҙан Йәнбәков - башҡорт оҙон көйҙәрен оҫта башҡарыусы, үҙенсәлекле, һәм йомшаҡ тауышлы йырсы булараҡ халыҡ хәтерендә һаҡлана. Уның репертуарындағы боронғо «Сибай», «Азамат», «Абдрахман», «Сәлимәкәй», «Юлғотло», «Уйыл» йырҙары башҡарыу оҫталығының эталоны булды.

Конкурс шарттарына ярашлы һәр ҡатнашыусы Рамаҙан Йәнбәков репертуарынан, йә иһә Баймаҡ районының урындағы фольклорынан халыҡ йыры һәм башҡорт композиторҙары ижад иткән йырҙарҙы башҡарҙы.

Рамаҙан Йәнбәковтың талантын пропагандалау, һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу, башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта, халыҡсан башҡарыусыларҙы асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған йыр‐моң бәйгеһе яңы исемдәр асты. Конкурсанттар төрлө номинациялар буйынса һәм беренсе, икенсе, өсөнсө урындар менән билдәләнде. Гран-приға Сибай ҡалаһынан Гөлсинә Ҡудашева лайыҡ булды.

Волна
Акции БСТ