2024 йыл йомғаҡтары буйынса Ҡала мөхитенең сифат индексын Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы иғлан итте. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. Төбәк башлығы яҡыуынса, был индексты белгестәр 36 параметр нигеҙендә 1 мең 116 ҡала өсөн иҫәпләгән. Улар араһында төҙөкләндереү, хәүефһеҙлек, йәмәғәт транспорты, юлдар, уңайлы мөхит һәм башҡалар бар. Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа республикала йәшәү өсөн уңайлы мөхит менән ҡалалар һаны артҡан. Әгәр 2018 йылда улар ни бары 6 булһа, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса 17, хәҙер был рейтингҡа тәүге тапҡыр 21 ҡалабыҙ инде.
Был маҡсатыбыҙға өлгәштек тигәнде аңлатмай. Республика ҡалаларын һәм ауылдарын төҙөкләндереү йәһәтенән беҙ ысынлап та күп нәмәгә өлгәштек, һәр ҡалала һәм районда матур парктар, халыҡ өсөн яңы йәлеп итеү нөктәләре барлыҡҡа килде. Әммә әле лә башҡараһы эштәр күп. Быйыл ғына «Тормош өсөн мнфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса 164 йәмәғәт биләмәһен тәртипкә килтереү планлаштырылған шуларҙың 94 - е-федераль бюджет ярҙамында, тип яҙған Башҡортостан башлығы.




