Башҡортостан халҡының йәшәү сифаты күтәреү мәсьәләләре Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы совет ултырышында тикшерелде. Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Игорь Карачин билдәләүенсә, төбәктә медицина ярҙамы күрһәтеү күрһәткестәре яҡшырған. Кешеләрҙең йәшәү сифатын асыҡлағанда граждандар хәүефһеҙлеге, дәүләт хеҙмәттәре алыу, транспорт уңайлығы, юлдар торошо, парктар һәм скверҙар, шулай уҡ торлаҡ шарттары рәүешендә заманса ҡала киңлектәре иҫәпкә алына. Дүртөйлө, Ишембай һәм Иглин райондары рейтингтың тәүге баҫҡыстарына сыҡты.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, республикала милли социаль башланғыстар программаһын тормошҡа ашырыу буйынса план ҡабул ителгән. Икенсе төрлө әйткәндә, хеҙмәт министрлығы тәҡдиме буйынса төбәк сервис вәкиле булдырылды. Уның төп бурысы - граждандар өсөн социаль хеҙмәттәр күрһәтеү процесын мөмкин тиклем ябай һәм аңлайышлы итеү.



