Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Ултырышта яҙғы шәмбе өмәләре һөҙөмтәләре барланды. Радий Хәбиров сүп-сарҙы ваҡытында сығармаған муниципалитет етәкселәрен тәнҡитләне. Бынан тыш Өршәк йылғаһы аша күпер ремонты, яугирҙар өсөн реабилитация үҙәген асыу һорауҙары иғтибар үҙәгендә булды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә аҙналыҡ оператив кәңәшмә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙы Шайморатов миҙалы менән бүләкләү тантанаһынан башланды . Бынан тыш Радий Хәбиров Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы баш табибы Морат Афзаловты бүләкләне. Күптән түгел Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы 2024 йылда сифат күрһәткестәре буйынcа Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды.
3 апрелдән алып Башҡортостанда урман янғындары хәүефе менән бәйле иҫкәртеү саралары ойошторола башлай. Ут менән көрәшкә 10 меңдән ашыу хеҙмәткәр һәм 3 мең берәмек техника әҙерләнгән.Ҡотҡарыу эштәренә юғары һөҙөмтәле Ка-32 вертолеты йәлеп ителәсәк.
Уҙған аҙнала республика район-ҡалаларында шәмбе өмәләре үтте. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров таҙалыҡ күрһәткестәре буйынса Өфө ҡалаһы эшен юғары баһаланы. Шулай ҙа байтаҡ муниципалиттерҙа сүп-сар сығарыу менән ҡатмарлыҡтар теркәлгән. Радий Хәбиров уларҙы тәнҡитләп мәсьәлә Башҡортостан башлығы ҡарамағында контроль идаралыҡ тикшереүе буйынса хәл ителәсәк тип белдерҙе.
Көн тәртибендә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы корпусында махсус хәрби хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн реабилитация бүлеген ойоштороу һорауҙары ҡаралды. Яугирҙарҙың сәләмәтлеген нығытыу өсөн бында пандустар ҡуйыу, лифттарҙы һәм ишектәрҙе киңәйтеү, медицина ҡоролмалары һатып алыу бурысы тора. Реабилитация үтергә ҡайтҡан яугирҙар «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында йәй айҙарында дауалана башлаясаҡ.
Республика юлдарында аварияларҙы кәметеү, үлемесле фажиғәләрҙе иҫкәртеү буйынса күп яҡлы эш алып барыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был йәй Булгаков ауылы эргәһендәге Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау маҡсатын ҡуйҙы. 1980 йылда төҙөлгән объект буйынса хәрәкәт итеү сикләнеп торасаҡ һәм иҫкеһе 70 көн эсендә яңыртылыр тип көтөлә.
Флорида Ким




