Рәсәй Һәм Белоруссия халыҡтары Берҙәмлек көнөн билдәләй

Бөгөн Рәсәй Һәм Белоруссия халыҡтары Берҙәмлек көнөн билдәләй. Был тарихи уртаҡлыҡты, күп быуаттар буйына һуҙылған дуҫлыҡты һәм ике яҡтың рухи туғанлығын символлаштырған байрам.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, Белоруссия - беҙҙең иң мөһим партнерҙарыбыҙҙың береһе. Йылдан- йыл сауҙа, сәнәғәт, туризм, мәҙәниәт, спорт өлкәләрендә хеҙмәттәшлек үҫешә. Берлектәге производстволар асыла, проекттар тормошҡа ашырыла. Беларусь Республикаһы етәкселегенә һәм төбәктәргә, беҙҙең бизнес-партнерҙарға һәм ошо матур илдең халҡына Башҡортостанға йылы мөнәсәбәте, ышаныс һәм берлектәге эше өсөн рәхмәт белдерәм, тип яҙған төбәк башлығы.

Рәсәй һәм Беларусь республикаһы халыҡтарының берҙәмлеге көнөнә арналған байрам Иглин районы Балтика ауылында үтте. Был белорустарҙың тупланып йәшәгән урыны. Байрамда ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә обелискҡа сәскәләр һалды, күп функциялы клуб һәм Белорус тарихи-мәҙәни үҙәге менән танышты. Килгән ҡунаҡтар өсөн ижади коллективтар ҙур байрам концерты әҙерләне. Улар араһында белорус йырҙарын башҡарыусы «Сябры» халыҡ ансамбле лә булды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ