Колледж тамамлаусылар хәрби хеҙмәтте үҙ һөнәрҙәре менән берләштерә аласаҡ

Владимир Путин колледж тамамлаусылар өсөн хәрби хеҙмәткә саҡырылыу буйынса айырым тәртип булдырырға ҡушты. Был турала Президент ҡарамағындағы фән һәм мәғариф буйынса совет ултырышында иғлан ителде. Урта һөнәри белем программаларын үҙләштереүселәргә һөнәри компетенцияларын һаҡлап һәм үҫтереп, шул уҡ ваҡытта эш биреүсе менән бәйләнеште өҙмәйенсә хәрби хеҙмәт үтеү мөмкинлегенә иғтибар көсәйтелә. Яңы тәртип буйынса ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү ҡаралған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 апрелдән Рәсәйҙә яҙғы саҡырылыш башланды. Кампания барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Өфөнән Николай Нурғәлиев Ҡораллы көстәрҙә хәрби хеҙмәт үтеү теләге менән яна. Саҡырылыш комиссияһы алдында ла ул үҙен ышаныслы тотто. Агросәнәғәт колледжын тамамлаған егет техника менән дуҫ, ремонт эштәренә оҫта. Был һәләттәре әрмелә лә кәрәк булыр тигән ышаныста.

Яҙғы саҡырылышта Башҡортостандан 6 мең ярымдан ашыу егет Ҡораллы көстәрҙең төрлө ғәскәрҙәренә һәм башҡарма власть органдарының хәрби частарына хеҙмәткә алынасаҡ. Күптәр уҡыу берләшмәләренә йүнәлтелеп, заманса хәрби техниканы үҙләштереү, хәрби һөнәр алыу мөмкинлегенә эйә. Хәрби комиссариаттарҙа саҡырылыш комиссиялары өсөн ҡыҙыу эш осоро башланды.

Йылдан-йыл хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар араһында әрме сафына үҙ теләге менән барырға теләк белдереүселәр арта. Был бик яҡшы күренеш. Шуны ла билдәләр инем, егеттәр махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәй. Хеҙмәт ваҡыты тамамланыу менән тыуған яғына ҡайтарыла.

Аркадий Егоров, Өфөнөң Киров һәм Ленин райондары хәрби комиссары

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар мотлаҡ рәүештә медицина комиссияһын да үтергә тейеш. Һаулыҡ буйынса сикләүҙәр булыуы ихтимал.

Рәсәй президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, яҙғы саҡырылыш 1 апрелдән 15 июлгә тиклем дауам итә. Документ менән хоҡуҡи акттарҙың рәсми сайтында танышырға мөмкин. Ҡануниәттәге яңы нормаларға ярашлы, хеҙмәткә 18 йәштән 30 йәшкәсә граждандар саҡырыла.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ