Бөгөн яҡташтарыбыҙ «Бирюса» клубы менән етенсегә көс һынашты. Ярымфинал серияһының тәүге 6 уйынында яҡтар өсөшәр еңеү яуланы. Хәл иткес осрашыуҙа иҫәпте Өфө ҡыҙы Ангелина Мәхмүтова асты, тағы ла биш минуттан Камилла Ғәлиханова икенсе шайбаны индерҙе. Тәнәфестән һуң Красноярск вәкилдәре иҫәп айырмаһын кәметеүгә өлгәште. Әммә был дәғүәселәрҙең тәүге һәм һуңғы уңышы ине. Уйын аҙағына тиклем Илона Маркова менән Виктория Кулешова «Ағиҙел» клубына 4-1 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Шулай итеп Башҡортостан вәкилдәре серияла 4-3 иҫәбе менән еңеү яуланы. Хәҙер яҡташтарыбыҙ финалда Санкт-Петербургтың «Динамо-Нева» командаһы менән осраша.



