Өфөлә бер төркөм яугирҙарға хәрби бәрелештәр ветераны танытмаһы тапшырылды. Тантаналы сара “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филалында үтте. “Был документ яуаплылыҡ өҫтәй”, - ти махсус хәрби операция ветераны Азат Ғәбитов.
“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филалына 115 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. “Уларҙың 90 проценты хәл ителде”, - ти филиал етәксеһе, Башҡортостан парламенты депутаты Гөлнур Ҡолһарина.
“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филалы Өфөнөң Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Ҡала һәм райондарҙа 100-ҙән ашыу социаль координатор эшләй.




