Республика хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡар тиҙ иреү һәм урман биләмәләре янында ут сығыуға бәйле ошондай ҡарар ҡабул ителгән. 1 майҙан төбәктә махсус режим индерелә. Республика урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, хәүефле миҙгелгә 11 мең ярым кеше һәм 3 мең 300 берәмек техника йәлеп ителә.
Республиканың 55 район һәм ҡалаһы янғын һүндереүгә махсус техника йәлеп итеү тураһында килешеү төҙөгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов һөйләй.




