Өфө йәшәү өсөн уңайлы ҡалалар исемлегендә

Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса рейтинг әҙерләгән. Эксперттар биләмә төҙөклөгө, именлек мәсьәләһе, экология, ҡабатланмаҫ үҙенсәлектәр һәм башҡа талаптар буйынса баһа биргән. Исемлеккә халыҡ һаны бер миллиондан ашыу булған 16 ҡала индерелгән. Өфө 251 мәрәй йыйып 5-се урынға ҡуйылған. Беренсе урында 312 балл менән Мәскәү урынлашҡан.

Фото №1 - Өфө йәшәү өсөн уңайлы ҡалалар исемлегендә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ