Башҡортостан ҡалаларында йәшәү шарттары яҡшы

Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡала мөхите сифатын баһаланы. 36 күрһәткес иҫәпкә алынған. Улар араһында төҙөклөк, хәүефһеҙлек, юлдар сифаты, инвалидтар өсөн шарттар бар. Исемлектә меңдән ашыу ҡала күрһәтелгән, беҙҙең республиканан был рейтингта - 21 ҡала. Башҡортостан йәмәғәт палатаһы вәкиле Энже Әхмәҙуллина һөйләй.

Башҡортостан ҡалаларында йәшәү шарттары яҡшы

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, 2024 йыл һөҙөмтәләре  буйынса  Башҡортостандың бөтә  ҡалалары тәүге  тапҡыр йәшәү  өсөн уңайлы тип танылды. Һәр ҡалала һәм районда биләмәләр төҙөкләндерелде, әммә башҡараһы эштәр әле байтаҡ. Быйыл 164 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла.

Фото №1 - Башҡортостан ҡалаларында йәшәү шарттары яҡшы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ